Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 03:35

Салауат Әбүзәр менән Рәмил Ҡол-Дәүләт

90-сы йылдар. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Салауат Әбүзәр менән Рәмил Ҡол-ДәүләтСалауат Әбүзәр менән Рәмил Ҡол-Дәүләт
Салауат Әбүзәр менән Рәмил Ҡол-Дәүләт

ШАҒИРЛЫҠ
 

Шағирлыҡ – ул йөрәк телеп,
Ямау кеше яраларын.
Шағирлыҡ – ул тоташтырыу
Ер менән Күк араларын.
 
Шағирлыҡ – ул Туҡай, Бабич,
Шағирлыҡ – ул Рәми, Түләк...
Шағирлыҡ – ул бүләк түгел,
Алына ул ғүмер түләп!
 
Шағирлыҡ – ул бәхет түгел,
Шағирлыҡ ул – ҡорбан булыу!
Һыуға сарсап шиңгән гөлдәй,
Моңға сарсап, йырҙан һулыу!..
 
Салауат Әбүзәр.
 
 
Туҡай урамында тыуған шиғыр


Туҡай урамында илаһи мәл –
Алтын миҙгел итә тантана.
Йырлап торған Нәжми йүкәһенән
Япраҡ түгел, гүйә, моң тама.
Өй(ө)рөлөп-өй(ө)рөлөп япраҡ
бейей,
Тирә-яғым тынмаҫ йыр ҙа моң.
Был урамға, баҙнатлығым етеп,
ҡайҙан, ҡасан килеп индем һуң?!
Кем мин бында?
Үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөгәндәр
Минән башҡа бында аҙҙыр шул.
Хыялдарым юлдан яҙғанда ла,
Аҙаштыра күрмә, яҙмышым.
Бында бер нәмә лә артыҡ түгел,
Барыһы ла бында бер бөтөн.
Аң етмәҫлек бөйөклөккә бәрелеп,
Селпәрәмә килә өмөтөм.
Алтын миҙгел…
Урам…
Йырсы йүкә…
Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!
Көҙгө елдәр хөкөмөнә ҡалып,
Өҙгөләнгән япраҡ шикелле.
Баҫып торам…
Япраҡ тинем дә ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң…
Торған һайын шик-шөбһәле уйҙар
Нығыраҡ сапсый намыҫ яраһын.
Үкенмәҫ тә инем (тағы хыял!)
Был урамда үткән ғүмергә.
Йүкәләрҙең бер япрағы булып,
Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә.
 
Рәмил Ҡол-Дәүләт.
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас