Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Марта 2023, 14:45

Өс инша федераль конкурсҡа ебәрелде

Республикабыҙҙа  «Без срока давности» Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.

Өс инша федераль конкурсҡа ебәрелдеӨс инша федераль конкурсҡа ебәрелде
Өс инша федераль конкурсҡа ебәрелде

Конкурста V – XI  класс уҡыусылары һәм һөнәри уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнашты. Бөтәһе 159 ҡыҙ һәм егет көсөн һынаны. Шуларҙың 4-е еңеүсе булды, 28-е призёр булыу бәхетенә иреште.

Конкурс шарты буйынса, юғары мәрәй йыйған 3 инша федераль конкурсҡа ебәрелде.

V – VII кластарҙан Көйөргәҙе районының Бахмут мәктәбе уҡыусыһы еңеүсе булды, VIII – IX кластарҙан – Архангел районының Архангелдәге 1-се мәктәп уҡыусыһы, X – XI кластан – Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп уҡыусыһы.


Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас