

Брянск өлкәһендә Украинаның диверсия-разведка төркөмө ике ауылға һөжүм итә. 10 йәшлек Федорҙың арҡаһы яралана. Шул ваҡыт малай ҡыҙҙарға машинанан төшөргә ярҙам итә һәм, ҡанға батыуға ҡарамаҫтан, уларҙы хәүефһеҙ урынға алып сыға. Бәләкәй Герой батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнәсәк!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, националистарҙың һөжүме һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк була. Табиптар ун йәшлек батырҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Уның арҡаһындағы пуляны алыу буйынса операция дүрт сәғәт дауам итә.