Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 10:00

Һәр яҡтан да оҫта ҡыҙҙар көс һынаша

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында «Айыҡ ауыл» проекты буйынса «Ете ҡыҙ» район конкурсы бара.

Һәр яҡтан да оҫта ҡыҙҙар көс һынашаҺәр яҡтан да оҫта ҡыҙҙар көс һынаша
Һәр яҡтан да оҫта ҡыҙҙар көс һынаша

Унда ауылдың һәр яҡтан да оҫта, әүҙем дә булған ете ҡыҙы ҡатнаша. Улар  бәйгелә сигеү, йөн иләү, селтәр эшләү кеүек ҡул эштәренә оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Шулай уҡ ауыҙ-тел ижадына, аш - һыу, бейеү серҙәренә өйрәнәсәк. Уҡтан атып ярышыу ҙа – бәйгенең бер өлөшө.

Тәүге көндә ҡыҙҙарҙы оҫтабикә Миңзәлә Билалова сигеү серҙәренә өйрәтһә, икенсе көндө улар ҡул орсоғо менән йөн иләргә өйрәнде. Йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәресен Гузилэ Әбүбәкерова  бирҙе.

Өсөнсө көн дә бик файҙалы үтте. Һылыуҡайҙар стилләштерелгән селтәр эшләү серҙәрен өйрәнде. Уны Нәйлә Билалова өйрәтте.

Дүртенсе көн аш-һыу темаһына арналды. Ҡыҙҙарҙы милли аш - һыуға ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойошторолған бәйгелә уларға үҙҙәренең ғаиләһендә генә яратып ашаған ризыҡты бешереп алып килеү бурысы йөкмәтелде. Бар яҡтан да килгән һылыуҡайҙар был һынауҙы ла бик уңышлы үтәне. Ҡорот, ҡоймаҡ, ауыҙҙа иреп кенә торған сәк-сәк, ашҡабаҡ ҡайнатмаһы, тәмле бәлештәре менән баһалама ағзалары алдында һынау тотто. Ҡыҙҙар аш-һыуҙарҙы нисек әҙерләүҙәрен дә  һөйләне.

Бишенсе көндө Хәйбулла районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова бишек йыры буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул бишек йырҙарының әһәмиәте хаҡында бәйән итте. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә сәңгелдәктә бәпес бәүетеп, бишек йырын йырлап ярышты.

Алтынсы көндө бәйгелә ҡатнашыусылар бейеү дәресендә лә булды. Башҡорт ҡыҙҙарының бик матур "Тыпырҙаҡ" бейеүен өйрәнде улар. Уны  Әлфиҙә Ултраҡова ҡуйҙы. Бер һынауҙа ла һынатмаған ҡыҙҙар "Тыпырҙаҡ" бейеүен дә бик тиҙ генә өйрәнеп, матур итеп бейене.

Ҡыҙҙар һуңғы бәйгелә лә майҙан тотто. Уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен ауыл старостаһы Рамаҙан Назаров үткәрҙе. Ҡыҙҙар бик оҫта уғатарҙар булып сыҡты.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас