

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы башҡорт ҡыҙҙарының «Көҙәй һылыуы-2023» район конкурсы уҙҙы.
Бәйгелә Нуриман, Иглин һәм Белорет райондарынан ете ҡыҙ ҡатнаша.
Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырып, һәләттәрен күрһәтте, башҡорт бейеүе менән сығыш яһаны, шиғырҙар уҡыны, тыуған яғы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, тәмлекәстәр ҙә бешереп алып килде. Фойела конкурсанттарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.