Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Марта 2023, 12:18

Дмитрий Чернышенко туристик фестивалдең ҡунағы булды

«Арт-квадрат» биләмәһендә беренсе тапҡыр «Terra Bashkiria. Туристик миҙгел – 2023» фестивале үтте.

Дмитрий Чернышенко туристик фестивалдең ҡунағы булдыДмитрий Чернышенко туристик фестивалдең ҡунағы булды
Дмитрий Чернышенко туристик фестивалдең ҡунағы булды

Был сарала республиканың туристик тармағын үҫтереү, уның алдағы киләсәге, ошо йүнәлештәге  проекттарҙың презентацияһы булды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2022 йылда Башҡортостанда 1,9 миллион туристик сәфәр ойошторолған, быйыл иһә уларҙың һанын 2,3 миллионға еткереү күҙаллана.

Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров фестивалдең тематик зоналары, шул иҫәптән республика халҡының кәсептәре, сувенир продукцияһы, туристик техника һәм ҡорамалдар, шифахана-курорт учреждениеларының стендтары һәм тармаҡ проекттары менән танышты. Республика етәксеһе республиканың иҫтәлекле урындары хаҡында ла һөйләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас