

Сарала Дүртөйлө, Бөрө, Илеш, Яңауыл, Благовещенск, Кушнаренко, Ҡалтасы райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡала округтары ҡатнаша. Шулай уҡ Ижевск, Анапа, Сочи, Ростов ҡалаларынан да ҡунаҡтар онлайн бәйләнешкә сыҡты.
Дүртөйлө мәҙәниәт һарайында һәм Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһында секция ултырыштары бара. Шулай уҡ күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов етәкселегендә үткән түңәрәк өҫтәлдә район һәм ҡала вәкилдәре үҙ төбәктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.