

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Нуриман районының Иҫке Күл ауылында «Көҙәй һылыуы-2023» район конкурсы уҙҙы. Көҙәй ырыуы ҡыҙҙары, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың вариҫтары батыр рухына тап төшөрмәне, һәр һынауҙы лайыҡлы үтте, милләтебеҙ киләсәге булыуҙарын раҫланы.
Һылыуҡайҙарҙы абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты баш белгесе, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, "Аҡбуҙат" республика балалар журналының бүлек мөхәррире Айгөл Йәмилева, Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүеф Кәлимуллин, Көҙәй ырыуы советы рәйесе Рөстәм Сәғиҙуллин, Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лиана Рәхимова баһаланы.
Сәмле бәйгелә еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
Гран – при – Айзилә Саҙрыева, Нуриман районының Иҫке Исай ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы;
I урын – Ализа Һөйәрбаева, Иглин районының Меңйетәр ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы;
II урын – Алһыу Ғәниева, Нуриман районының Иҫке Исай ауылы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 1-се курс студенты;
III урын – Сабина Дәүләтшина, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы;
Номинациялар буйынса:
1) «Милли кейем һылыуы» - Илгизә Ғайсарова, Иглин районының Үктәй ауылы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжының 1-се курс студенты;
2) «Оҙон сәс һылыуы» - Камила Шәмсетдинова, Нуриман районының Яңы Күл ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы;
3) «Һомғол һылыуыҡай»- Сөмбөл Вәлиева, Белорет районының Мулдаҡай ауылы, Өфө тармаҡ-ара технологиялар колледжы студенты.
Афарин, ҡыҙҙар! Буласаҡ әсәләр, милләтебеҙ киләсәге – һеҙ!