

Бөтә балалар түләүҙәре, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләрҙеке лә, банк аша алыу ысулын һайлаған осраҡта, бер үк көндә, йәғни айҙың һәр өсөнсө көнөндә күсә.
3 мартта – февраль өсөн
3 апрелдә март өсөн аҡса күсәсәк һәм артабан шул тәртиптә.
Берҙәм пособие юллап тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәргә ыңғай ҡарар сығарғандан һуң түләү 5 эш көнө эсендә килә. Артабан – шулай уҡ айҙың һәр өсөнсө көнөндә күсәсәк.
Әсәлек капиталы буйынса айлыҡ түләү ҡасан килә?
Тәүге айлыҡ түләү ыңғай ҡарар сығарғандан һуң 5 эш көнөндә килергә тейеш. Артабан ай һайын 1-нән 25-енә тиклем бирелә.
Башҡортостанда берҙәм пособие тураһындағы һорауҙарға күберәк яуаптар - махсус чат-ботта: https://t.me/deti_posobie_BashBot
Социаль фондтың Башҡортостандағы клиент хеҙмәттәренең бәйләнеш телефондары: https://vk.cc/cleqKt.
Фото: Т. АМАНОВ.