

21-22 февралдә белем усағында Илмир Хөснитдин улының иҫтәлегенә спорт ярыштары үткән, мемориаль таҡтаташ асылған. Был хаҡта Кәрешкә ауылы мәктәбенең рәсми төркөмөндә хәбәр итәләр:
– 22 февраль Кәрешкә дөйөм белем биреү мәктәбендә ҙур сара үтте. Кәрешкә ауылының батыр улы, элекке уҡыусыбыҙ, Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илмир Хөснитдин улы Дәүләтбаевҡа таҡтаташ асылды. Ул 2006-2008-се йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә, Чечен республикаһында хәрби бәрелештә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Махсус тәғәйенләнештәге отрядтағы хеҙмәте өсөн», Суворов миҙалдары, «I һәм II дәрәжә хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» махсус билдәләре менән бүләкләнгән. Украиналағы махсус операцияла батырлыҡ күрһәткәне өсөн һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ өсөн» ордены менән наградаланған.
Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Айнур Кәримов, ауыл хакимиәте башлығы Руслан Иҙрисов, ата-әсәһе Әлфиә һәм Хөснитдин Дәүләтбаевтар, Илмирҙың улы һәм ҡыҙы, туғандары, Кәрешкә, Байыш, Йәнйегет мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты. Һуғышта һәләк булыусы бөтә яугирҙар хәтеренә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, мемориаль таҡтаға сәскәләр һалынды. Һуңынан уҡыусылар араһында И. Х. Дәүләтбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол турниры һәм армрестлинг буйынса ярыштар үтте. Был сәмле ярышта Кәрешкә мәктәбе уҡыусылары беренсе, Йәнйегет мәктәбе уҡыусылары икенсе, Байыш мәктәбе уҡыусылары өсөнсө урынды алды.
Батыр хәтере халыҡ күңелендә мәңге йәшәр. СВО-ла ҡатнашыусы башҡа егеттәр имен-аман тыуға яҡтарына әйләнеп ҡайтһын.