

28 февралдә Өфөгә Силәбе эшҡыуарҙары эш сәфәре менән килде. Эш миссияһын Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойошторған.
Сараларҙа Силәбе, Златоуст, Касли, Мейас, Трехгорный, Эманжелинск, Копейск компаниялары ҡатнаша. Миссия маҡсаттары — хеҙмәттәшлекте нығытыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, яңы партнерҙар һәм клиенттар табыу.
Өфөлә Көньяҡ Урал ҡунаҡтары "MEGA Group of Companies, ART-Snapping" "РБ Моторс", "ЭШМ", "Нефтегазенгинеринг", "Джестар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә булдылар.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан бизнес вәкилдәре менән берлектә Силәбе делегацияһының кәңәшмәһе үтте.
«Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе бөгөн төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн электән ҙур потенциалға эйә. Сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙ продукцияһын потенциаль партнерҙарға күрһәтте, етештереү майҙансыҡтарын, процесын шәхсән күрә алды. Беҙ бындай сәфәрҙәрҙең ике төбәк эшҡыуарҙары өсөн ни тиклем файҙалы булыуын күрәбеҙ, шуға күрә артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ», — тип аңлатма бирҙе Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Әлфир Байимов.