Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 13:00

Конкурста ысын геройҙар тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә бүләкләнде

Етенсе тапҡыр ойошторған «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының бүләкләү тантанаһы быйыл бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, ул илһөйәрлек темаһына арналды. Бәйге финалына Рәсәй  Геройҙарының, Украина махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың, әлеге көндә унда ҡатнашыусы улдары булғандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны.

Конкурста ысын геройҙар тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә бүләкләндеКонкурста ысын геройҙар тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә бүләкләнде
Конкурста ысын геройҙар тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә бүләкләнде

Конкурс ҡатын-ҡыҙҙар гражданлыҡ йәмғиәте институттарын һәм гражданлыҡ башланғыстарын үҫтереүгә, халыҡҡа гражданлыҡ-хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүгә, халыҡ өсөн социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә, хәйриәлек һәм ирекмәнлекте, граждандарҙың мәҙәни һәм ижади башланғыстар өлкәһендәге әүҙемлеген, граждандарҙың рухи-әхлаҡи һәм граждандарҙың әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әлеге проектты «Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләй. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың һаны артыуы күҙәтелә, быйыл бәйгегә Рәсәйҙең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу ғариза бирелгән.

Бүләкләү тантанаһының беренсе өлөшө килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙан башланды. Милли ғаилә традицияларын, халыҡтың рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте  Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, «Рәсәй өмөтө» Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Шулай уҡ конкурс финалына сығыусыларға Рәхмәт хаттары, Почёт грамоталары тапшырылды.

Икенсе өлөшө конкурс еңеүселәрен бүләкләүгә арналды. Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттергәс, барлыҡ йыйылыусы гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.  Сарала «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй дәүләт-йәмәғәт ойошмаһы директоры исеменән уның урынбаҫары Нәзирожон Абдулғәниев, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй дәүләт-йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ла сәләмләне.

Быйыл ысын Тыуған ил һаҡсыларын тәрбиәләүсе әсәләр – Роза Нәсибуллина, Алина Серафимова, Айгөл Шакирова, Фәриҙә Хөсәйеновалар Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалдарға лайыҡ булды. Был наградаға барлығы 16 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Халҡыбыҙҙың гүзәл заттары  «Медицина хеҙмәткәре»,  «Мәҙәниәт»,  «Лидер»,  «Оҫтабикә», «Йәштәр лидеры»,  «Көмөш ирекмән»,  «Педагог»,  «Ғалим»,  «Бизнес-леди» номинацияларында ла тәбрикләнде.

Конкурс тураһында тулыраҡ гәзит битендә уҡығыҙ.

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас