

Ил етәксеһе сараға онлайн инде. Уҡытыусы һәм остаз йылы уҡытыусы хеҙмәтенә иғтибарҙы йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала, тип белдерҙе Владимир Владимирович. Ул Рәсәйгә ышанғандары һәм һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандары өсөн уҡытыусыларға һәм остаздарға рәхмәт әйтте.
– Рәсәй – ул халыҡтың мөмкинлектәр иле. Тәрбиә биреү өлөшө хәҙер уҡыусыларҙың мотлаҡ программаһына индерелгән. Тормоштоң бөтә өлкәләрендә эшләгән барлыҡ эштәр ҙә балалар һәм йәштәр бәхетле булһын, суверенлы, ирекле илдә үҫһен, тигән маҡсатҡа йүнәлтелгән, – тине Владимир Путин.
Йыл дауамында уҡытыусылар берләшмәһе өсөн көнүҙәк темалар тикшереләсәк. Президент уҡытыусыларға уңышлы эшләүҙәрен дә теләне.
Федераль кимәлдәге сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының III курс студенткаһы, Рәсәй Хөкүмәте стипендиаты, ирекмән Зарина Мирделлаева ҡатнашып, сығыш яһаны.
– Уҡырға ингәнгә тиклем балалар менән шөғөлләнергә яраттым: кесе төркөмдәргә бейеү дәрестәре бирә, мәктәптә конкурстар ойоштора инем. Хатта ишек алдына сыҡҡанда ла мине һәр ваҡыт балалар уратып ала торғайны. Шуға ла педагогия колледжына уҡырға инергә булдым.
Икенсе курста тәүге практикам булды, балалар менән осрашыуым бик тулҡынландырғыс башланды. Бүлмә ишеге төбөндә дерелдәп тора инем, ашхананан 30 бәләкәй бала йүгереп килеп етте. Улар мине уратып алдылар ҙа: «Ә һеҙ кем? Ә һеҙ кем?» – тип һорап бер булалар. Ә мин ғорурлыҡ менән: «Мин - һеҙҙең Остазығыҙ», - тинем. Тап шул саҡта мин үҙемдең урында икәнлегемде аңланым. Һуңғараҡ мин ғәҙәти булмаған педагогик хәлдәрҙе хәл итеү буйынса ПрофДебют конкурсында еңеүсе булдым. Ысынында иһә ауыр булған. Әммә был тәжрибә минең өсөн бик мөһим, – тип һөйләгәс, Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовҡа үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауын да бирҙе.
«Өлкән һәм сығарылыш курс студенттарына, эшен һәм уҡыуын бер юлы алып барып, рәсми рәүештә мәктәпкә эшкә урынлашырға рөхсәт итеп буламы?» – тигән һорауына ведомство етәксеһе ошолай яуап бирҙе:
– Тәҡдимегеҙҙе хуплайым. Һеҙҙең кеүек балаларҙы уҡытырға килгән кешеләр булғанда был уҡытыусыларға етди ярҙам буласаҡ. Һеҙҙең кеүек уҡытыусыларға эшләү өсөн бөтә шарттар булдырырға кәрәк, – тине ул.
Фото: Т. АМАНОВ.