

Фестиваль барышында ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары төбәк туроператорҙарының тәҡдимдәре менән таныша ала. Шулай уҡ шифаханалар, туристик базалар һәм башҡа урынлаштырыу саралары тәҡдимдәренең презентацияһы ойоштороласаҡ.
– Быйыл 2,3 миллион туристы ҡабул итергә планлаштырабыҙ. Башҡортостан ҡунаҡтары яҡшы тәьҫораттар менән китһен өсөн улар өсөн күп программалар әҙерләйбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Байрам ҡунаҡтары туристик тармаҡ өсөн сувенир продукцияһы һәм ҡорамалдар, техника, модулле конструкциялар күргәҙмәһен ҡарай, билдәле һөнәрселәрҙең һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталарының конкурстарында һәм оҫталарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарай ала. Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә башланасаҡ. Бик ҡыҙыҡ буласаҡ!
Фото: Т. АМАНОВ.