Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2023, 06:32

Дөйөм хеҙмәт стажы - 112 йыл

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта йәшәүсе матур ғаилә хаҡында һөйләне.

Дөйөм хеҙмәт стажы - 112 йылДөйөм хеҙмәт стажы - 112 йыл
Дөйөм хеҙмәт стажы - 112 йыл

- Бөгөн илебеҙҙең оборона сәнәғәте предприятиеларының береһе, Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. #ЖЗЛ_Башкортостан исемле рубрикамда ошо предприятие ветераны — абруйлы хеҙмәт династияһына нигеҙ һалыусы Айҙар Хаммат улы Әхмәтгәрәев тураһында һөйләргә теләйем. Хеҙмәт династияһының дөйөм стажы — 112 йыл.

Айҙар Хаммат улы 1984 йылда Ҡазан химия технологияһы институтын тамамлағас, «Авангард» заводына йүнәлтмә менән ебәрелә. Тәүҙә инженер-конструктор булып эшләй. Һуңынан — техниканы ремонтлау мастеры, участка начальнигы, инженер-технолог, баш механик. Һуңғы 16 йылда Айдар Хаммат улы предприятиеның баш инженеры урынбаҫары булып эшләй.

Заводта буласаҡ ҡатыны Гөлшат Әхтәм ҡыҙы менән таныша. Хужабикәнең дә хеҙмәт стажы ҙур, 43 йыл инде. Ә улдары Артур менән Артем да университеттан һуң ошо заводта эшләп йөрөй. Бына шундай данлы хеҙмәт династияһы.

Ә «Авангард» заводы үҙе уникаль. 1943 йылдан оборона сәнәғәте өлкәһендә уникаль компетенциялар булдырған. Компания даими яңыртыла, инновацион технологик проекттар индерелә. Заводта индустриаль парк бар. Предприятие продукцияһы менән шулай уҡ нефть һәм газ-химия компаниялары ла ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Әхмәтгәрәевтар династияһын һәм заводтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен предприятиеның 80 йыллығы менән ҡотлайым. Һеҙгә уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем, - тип яҙған республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас