

– Республикала ауыл хужалығы өлкәһендә мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре системаһының эшләүе беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бында беҙ сикләмәйбеҙ, уның республика, муниципаль учреждение булыуы ла мөмкин, киләсәктә был йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтеүсе шәхси компаниялар ҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һәр кем үҙенең нимәне яҡшыраҡ белеүе менән шөғөлләнергә тейеш, фермер – икмәк үҫтерергә, һөт һәм ит етештерергә.
БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев һүҙҙәренсә, система белгестәре 238 бизнес-план төҙөгән, грант ярҙамы, субсидиялау һәм кредитлау буйынса 8600 комплект документ йыйған.
Фото: Т. АМАНОВ.