Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 18:01

Осрашыу «Ағиҙел» журналының юбилейына арналды

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгенең «Әҙәби ҡунаҡхана»һында осрашыуҙар 2020 йылдан алып ойошторола. Үткән йылдағы саралар Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәнил Күзбәковтарҙың ижадына арнап үткәрелһә, быйылғыһы  «Ағиҙел» журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған «түңәрәк өҫтәл» менән асылды. Унда ғалимдар, яҙыусы-шағирҙар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, абруйлы баҫманың тоғро дуҫтары йыйылды. Сара  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы.  

Осрашыу «Ағиҙел» журналының юбилейына  арналдыОсрашыу «Ағиҙел» журналының юбилейына  арналды
Осрашыу «Ағиҙел» журналының юбилейына арналды

– «Ағиҙел» журналы – башҡорт милләтен ғүмере буйы оҙата килеүсе баҫма. Беҙ  бәләкәй генә саҡта ла ул  халҡыбыҙҙың бөтә зирәклеген, рух бейеклеген, күңел тәрәнлеген үҙендә туплаусы аҡыл эйәһе сифатында көтөп тора ине. Икенсе класта тәүләп «Ағиҙел»де ҡулға алып, Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романын һандан-һанға уҡып сыҡтым. Журнал миңә әҙәбиәтебеҙҙе асыусы булды. 1973 йылда уның тиражы – 60 меңгә яҡын, ул ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы» журналының  162 мең булған.

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте лә «Ағиҙел» журналында сағыла. Ҡасандыр беҙ, минән оло быуын вәкилдәр донъяны асҡан кеүек, беҙҙең бәләкәстәребеҙ ҙә уның  аша әҙәбиәт донъяһын асһын ине, – тип һүҙҙе башлап ебәрҙе күренекле шағирә, «Әҙәби ҡунаҡхана»ның етәксеһе Йомабикә Ильясова.

Унан «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин юбилейға бәйле ниндәй эштәр башҡарылыуын һөйләне.

– Быйылғы 100 йыллығыбыҙҙы матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Был аҙнала 100 йыл эсендә баҫылған 100 хикәйәнән торған китаптың беренсе томын тапшырҙыҡ. Әҫәрҙәре шул тиклем шәп, үҙебеҙ уҡыйбыҙ ҙа, илайбыҙ. Улар ысын  мәғәнәһендә  халҡыбыҙҙың бер хазинаһы буласаҡ. Икенсе, өсөнсө китаптарҙа журналдың боролош йылдарынан алып бөгөнгө көнгә тиклем тарихын да яҙып  ҡалдырырға теләйбеҙ. «Ағиҙел» журналының өсөнсө һаны иҫтәлектәрҙән генә торасаҡ, – тине ул.

Мөнир Сәхиулла улы сығышында «Аҡмулла арбаһы» проекты Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына уҙғарылыуын да белдерҙе. Уға ярашлы, республикабыҙ район-ҡалаларында, күрше төбәктәрҙә 60-ҡа яҡын осрашыу ойошторолған.

«Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе  Луиза Кирәева өс йыл эсендә баҫылған эпик әҫәрҙәргә күҙәтеү яһаны. Уның сығышынан ошо ваҡыт арауығында 9 роман, 2 эссе, 2 хәтирә, 26 повесть, 70-тән ашыу хикәйә донъя күреүен белдек.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев журналдың киләсәген күҙаллап, уның музейын, алдағы 105 йыллығына уның антологияһын да сығарырға тәҡдим итте.

«Түңәрәк өҫтәл»дә сығыш яһаусыларҙың һәр береһе 100 йыллыҡ тарихы булған «Ағиҙел» журналының әҙәбиәтебеҙҙең һәйкәле, күп фән эшмәкәрҙәренә, яҙыусы-шағирҙарға юл асыуын да билдәләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла үҙ уй-фекерҙәрен еткерҙе.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас