+19 °С
Ясно


Март айында ҡыш аҙашты буғай,
Яҙ килерен әллә көтмәгән?
Иртә - кисен һыуыҡ, әйтерһеңдә
Ҡышҡы селлә әле бөтмәгән...
Ағастарҙы аҡ бәҫ менән төрөп,
Тәҙрәләргә һүрәт төшөрә.
Юл буйына һырынтылар һалып,
Яландарҙа буран - ел өрә.
Март айында ҡыш аҙашты буғай,
Ул китергә әле йыйынмай.
Ҡыйыҡтарҙан тамған тамсыларҙа,
Өй ҡоштары әле йыуынмай...
М. Мәғәсүмов.
Юлай Кәримовфотоһы.