

Төтөн һәм елләтеү үткәргестәрҙе тикшереү барышы хаҡында Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Рәмил улы Дәүләтшин һөйләне.
– Бөгөнгө көнгә беҙҙең белгестәр күп фатирлы йорттарҙа елләтеү каналдарын һәм төтөн үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса тикшереү, контроль һәм күҙәтеү саралары үткәрә, Дәүләт комитеты тарафынан административ саралар күрелә. 14.1.3-сө статьяға ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлә. Рәсәй Федерацияһының Административ кодексында штраф юридик шәхестәргә ҡарата 250 меңдән, чиновниктарға ҡарата 50 меңдән башлана. Билдәләп үтәйем: төтөн һәм елләтеү үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн лицензия талап ителә һәм идарасы компания граждандарҙың торлаҡ кодексына ярашлы хәүефһеҙ йәшәү шарттарын тәьмин итергә бурыслы (164-се статья).
Тағы ла бер тапҡыр иғтибарҙы йәлеп итергә теләйем: әгәр йортто идара итеүсе ойошма хеҙмәтләндерһә, ул төтөн һәм елләтеү каналдарын хеҙмәтләндереүҙе үҙ эсенә алырға тейеш.