

Елләтеү ҡоролмаларын һәм төтөн каналдарын тикшереүгә һәм ремонтлауға, таҙартыуға идарасы компания йәки милекселәр ширҡәттәре яуаплы. Әгәр улар юҡ икән, нимә эшләргә, тигән һорау ҡуйҙы брифнгта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
Бөгөнгө көнгә республикала 16,5 мең күп фатирлы йортҡа газ үткәрелгән. 2023 йылдың 22 февраленә ҡарата республикала 13 муниципаль берәмектең 87 күп фатирлы йорто газдан өҙөлгән, шуларҙан:
— 73 йорттта йәки 1299 фатирҙа газ өлөшләтә һүндерелгән,
— 15 йортта йәки 698 фатирҙа тулыһынса һүндерелгән, шул иҫәптән:
— Өфө ҡалаһында — 12 йорт йәки 648 фатир,
— Белорет районында — 1 йорт йәки 18 фатир,
— Салауат районында — 2 йорт йәки 32 фатир.
– Газ һүнеү мәсьәләһе бер бөгөн килеп сыҡманы, ул уҙған ҡыштан бирле бара. Йорттар газдан өҙөлә, эштәр алып барыла һәм белгестәр газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙә. Райондарҙа ыңғай тәжрибә бар, мәҫәлән, Күгәрсен районында — 12 йорт, Ейәнсура районы — 52 йорт, Баймаҡ районы — 127 йорт, Бөрө районы — элек газдан өҙөлгән 112 йорт тоташтырылған. Төтөн каналдары һәм елләтеү ҡоролмаларын тикшереү акттарының юҡлығы газды туҡтатыуҙың төп сәбәбе булып тора, — тип аңлата Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йорт эсендәге елләтеү торбаларын һәм төтөн каналдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса иҫкәрмәләр китабы әҙерләгән. Муниципаль хакимиәттәргә елләтеү ҡоролмаларын һәм төтөн каналдары йүнәтеү буйынса эште әүҙемләштерергә, тейешле хеҙмәтләндереү һәм файҙаланыу буйынса эште көсәйтергә кәрәк.