+5 °С
Болотло


Март бесәйе ҡоймала –
Ғашиҡ булып ҡуймалы.
Ҡолаҡтары ҡарпайған,
Мыйыҡтары тырпайған.
Ҡойороғо торбалай,
Саҡырыуы торналай.
Иркәләнеп-һырпаланып
Иретә инде, малай!
Март бесәйе күңелдә,
Беҙ әле ҡарт түгел дә.
Мырларһың да, йырларһың да
Хистәр ташып түгелһә.
Миләүшә Ҡаһарманова
Юлай Кәримов фотоһы.