Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Марта 2023, 05:13

Алты меңдән ашыу ғаилә йортона бушлай газ үткәргән

БСТ-ла газ үткәреү программалары тураһында һөйләнеләр.

Алты меңдән ашыу ғаилә йортона бушлай газ үткәргәнАлты меңдән ашыу ғаилә йортона бушлай газ үткәргән
Алты меңдән ашыу ғаилә йортона бушлай газ үткәргән

Кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында газ үткәреү программаһына арналған брифинг үтте.

Башҡортостанда 2019 йылдан башлап 6 меңдән ашыу ғаилә ошо программа ярҙамында йортон "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырған. Был турала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдерҙе.

— Башҡортостанда 2019 йылдан торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат биреү процедураһы ҡабул ителде. «Газпром» ер участкаһы сигенә тиклем газ үткәрә, айырым категория граждандарға эш башҡарыу һәм республика иҫәбенә ҡорамалдар һатып алыу өсөн сертификат бирелә», — тине Егор Родин.

Сертификат алыу хоҡуғына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, шулай уҡ инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр, йән башына килеме түләү минимумынан түбән булған күп балалы ғаиләләр эйә, тип өҫтәне министр вазифаһын башҡарыусы. Сертификаттың номиналь ҡиммәте 100 мең һум тәшкил итә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас