

Башҡортостан Башлығы етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2022 йылда ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һөҙөмтәләре барланды.
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бюджетҡа ингән аҡса күләме 13,33 миллиард һумға тиклем еткән. Шул иҫәптән дәүләт милкенән дивиденттар 8,46 миллиард һум тәшкил иткән, 3,42 миллиард һум – ерҙәрҙе ҡуртымға биреүҙән, 935 млн һум – ер участкалары һатыуҙан.
– Ер участкаһы һәм сертификат алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған барлыҡ ғаиләләрҙең 79 процентын тәшкил итә, – тине Наталья Полянская.
2020 йылда урындағы үҙидара органдарының дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләрен биреү буйынса вәкәләттәрен республикаға тапшырыу хаҡындағы закон ҡабул итеү ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Ер-һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры ведомствоның төбәктең инвестиция эшмәкәрлегенә индергән өлөшө хаҡында ла һөйләне. 2022 йылда күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм 3,7 мең гектар ҙурлыҡтағы 25 участка ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ һигеҙ республика шифаханаһының биләмәһе министрлыҡ составына индерелгән. Уларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай ял итергә мөмкин.