2022 йылда республиканың тупланма ҡаҙнаһына 231 миллиард һумға яҡын һалым һәм һалым булмаған килем ингән, был 2021 йылғы кимәлгә ҡарағанда 28,7 миллиард һумға йәки 14,2 процентҡа күберәк. Республика ҡаҙнаһына 181,3 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем ингән, үҫеш - 15,1%, урындағы ҡаҙналарға - 49,7 миллиард һум, үҫеш - 11,2%.
– Һалым сәйәсәте өлкәһендә ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар, табыш ҡеүәтен үҫтереү һәм өҫтәмә табыш сығанаҡтарын эҙләү буйынса системалы сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә табыш кеременә кире факторҙарҙың йоғонтоһон кәметеүгә өлгәшелде, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Фото: Т. АМАНОВ.