

— Бөгөн мин илдең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе — МГИМО студенттарына лекция уҡыным.
Минең өсөн был ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Хәҙерге заман студенттарына нимә әйтергә кәрәклеген уйланым, быға ентекләп әҙерләндем. Хәҙер барыһын да үҙҙәре беләләр, күпте беләләр. Һәм мин Башҡортостаныбыҙ, республика иҡтисады, тышҡы иҡтисади әүҙемлек тураһында һөйләргә булдым.
Бер нисә факт – ике йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ. Башҡортостан эҙмә-эҙлекле рәүештә илдең эске тулайым продуктының яртыһынан күберәген тәшкил иткән алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә. Республика Инвестиция климаты милли рейтингы исемлегенә инә.
Беҙ тышҡы иҡтисади әүҙемлекте үҫтерәбеҙ. Халыҡ-ара сауҙа күләмен арттырабыҙ һәм партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе нығытабыҙ. Кинәт кенә лекция ваҡытында нескәлектәргә күстек. Халыҡ-ара юғары хоҡуҡ, федераль дәүләт, вәкәләттәрҙе аныҡ билдәләү, килешеүҙәр һығымтаһы...
Буласаҡ дипломаттарҙың, халыҡ-ара иҡтисадсыларҙың һәм журналистарҙың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуына һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар биреүенә шатмын.
Иң аҙаҡтан әйтелгән "ҙур рәхмәт" миңә айырыуса оҡшаны.