Благовар районы башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, ир-егеттәр махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән бара. Улар ситтә ҡалмаҫҡа һәм СВО-лағы хәрбиҙәргә ярҙам итергә ниәтләй. Махсус операция биләмәһенә инер алдынан яҡташтарыбыҙ махсус уҡыу үҙәгендә хәрби әҙерлек үтәсәк.
– Егеттәргә бөтә ауырлыҡтарҙы ҡыйыу йырып сығырға насип булһын! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! – тип теләктәрен еткерә Благовар районы башлығы.