

«Башнефтегеофизика» компанияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальондарына «Урал» бронемашиналарын һәм башҡа техника ебәргән. Был турала предприятиеның генераль директоры Рөстәм Адиев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Рөстәм Адиев билдәләүенсә, йөк машиналары СВО-ла ҡатнашыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, "Сервис-мастер" бүлендек предприятиеһы тарафынан финасланған.
— Мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым ҡарарҙар ҡабул ителде. Был үҙ эсенә хәрби припастар алыуҙа ярҙамды һәм бер тапҡыр түләүҙе үҙ эсенә ала. Хәҙер ваҡытында ярҙам күрһәтеү маҡсатында мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләре менән бәйләнештәбеҙ, — тине Рөстәм Адиев.
«Башнефтегеофизика» компанияһының генераль директоры шулай уҡ 2022 йыл аҙағына компания рекордлы 25 миллиард һум килем алыуы хаҡында белдерҙе. Ә етештереүҙе үҫтереүгә һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һум тәшкил итә.
— Беҙ илдең яңы нефть һәм газ биләмәләре үҫешенә ставка яһаныҡ. Таймыр һәм Гыдан ярымутрауында «Новатек» һәм «Восток-Нефт» компанияларының төп подрядсыһы булдыҡ, — тип белдерҙеРөстәм Адиев.
Шуның арҡаһында уртаса эш хаҡының тотороҡло үҫешен һаҡлап ҡалырға мөмкин булған. Алыҫ Төньяҡ шарттарында эш күләме ҙур булыу сәбәпле, айына 90 мең һум тәшкил итә.
— "Башнефтегеофизика" коллективына һөҙөмтәле эштәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең нефть һәм газ тармағының алдынғы ойошмаларының береһе, — тине Радий Хәбиров. — Һеҙ үҙегеҙҙе хәрбиҙәргә ярҙам итеүҙә лә, инвестиция эшмәкәрлегендә лә ышаныслы партнер итеп танытаһығыҙ.