

2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 10,5 процентҡа артҡан, был күрһәткес 2021 йыл сағыштырып күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме лә 10 процентҡа артҡан. Был хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Республиканың дөйөм сауҙа әйләнешендә экспорт өҫтөнлөк итә. Уның өлөшөнә 80 процент тура килә. Уның 66 проценты - сырье булмаған энергетикаға ҡарамаған экспорт.
Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан 112 ил менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса топ-10 контрагент иҫәбенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Нидерландтар, Беларусь, Латвия, Төркиә, Һиндостан, Үзбәкстан, Финляндия һәм Германия инә.
– 2021 йыл менән сағыштырғанда, Ҡытай менән сауҙа әйләнеше – 25 процентҡа, Ҡаҙағстан менән – 20 процентҡа, Төркиә менән 50 процентҡа артҡан, – тине Маргарита Болычева. – Нидерландтар менән сауҙа әйләнеше, санкцияларға ҡарамаҫтан, ике тапҡырға артҡан, ә Финляндия менән – биш тапҡырға.
Бөгөн Башҡортостан вәкиллектәре Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытайҙа уңышлы эшләп килә. Бынан тыш, 2022 йылда 25 рәсми эш сәфәре ойошторолған. Яҡын киләсәктә Иран һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек нығытыласаҡ. Әйткәндәй, экспортерҙар һаны ла арта, былтыр сит илгә тауар оҙатыусы предприятиелар һаны 1273-кә тиклем арҡтан.