

Сәмәрҡәнд – донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, ул Үзбәкстан Республикаһының үҙәгендә урынлашҡан һәм популяр туристик йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған ҙур эш һәм килешеүҙәр һөҙөмтәһендә Сәмәрҡәндкә «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан тура рейс менән барырға мөмкин.
Рейстарҙы «Азимут» авиакомпанияһы аҙна һайын йома көндәрендә башҡара:
Өфөнән осоу – 6 сәғәт 35 минутта (урындағы ваҡыт буйынса)
Сәмәрҡәндкә осоу – 10 сәғәт 30 минутта (урындағы ваҡыт буйынса)
Авиабилеттарҙы компанияның рәсми сайтында йәки аэропорттың авиакассаһы аша һатып алырға мөмкин.