Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2023, 12:59

Эҡшыуарҙар өсөн мөһим саралар көтөлә

Улар менән Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү фонды сайтында танышырға мөмкин.

Эҡшыуарҙар өсөн мөһим саралар көтөлә
Эҡшыуарҙар өсөн мөһим саралар көтөлә

Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү фонды сайтында эшҡыуарҙар өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, «Эшлекле ваҡиғалар календары» бирелә.

Был ресурсты булдырыу Фонд тормошҡа ашырған Яңы үҫеш стратегияһының — Бизнес өсөн кластер экосистемаһының бер өлөшө булып тора. Бындай ресурс бизнес-берләшмәләрҙең эшлекле әүҙемлеген арттырасаҡ.

««Бизнес-саралар календары» проектында төбәк власть органдары, бизнесҡа ярҙам итеүсе инфраструктура субъекттары, йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләр етәкселәре саҡырыла. Фонд — Бизнесҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһы институты урынында булдырған ресурс төбәк дәүләт органдарының эшлекле мәғлүмәт көн тәртибен гармониялы тулыландырасаҡ тип иҫәпләйем», — тип аңлатма бирҙе Фондтың генераль директоры Элиана Сәйтова.

Календарҙа тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге, сауҙа һәм хеҙмәттәр республика министрлыҡтарының ваҡиғалары, конкуренция сәйәсәте, йәштәр сәйәсәте, Төбәк экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү агентлығы, Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм тәьмин итеү буйынса Өфө фонды, «Эшлекле Рәсәй» БРО ойошмаһы, эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт бирелә. Ваҡиғалар исемлеге көн һайын яңыртыла. Башҡортостан үҙенең әүҙемлеге һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге менән бизнес-форумдарҙың, күргәҙмәләрҙең, бөтә Рәсәй конференцияларының ғына түгел, шулай уҡ халыҡ-ара масштабтағы ла танылған майҙансыҡҡа әүерелде. Атап әйткәндә, Сибайҙағы «Заурале» инвестиция һабантуйы, Өфөлә йыл һайын үткәрелә торған «Халыҡ-ара эш аҙналығы» кеүек мөһим саралар үтә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: