Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2023, 15:00

Рәдиф яралы иптәшен яу яланынан сығарған!

Сибайҙан Рәдиф Әхмәтов махсус операцияла күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән.

Рәдиф яралы иптәшен яу яланынан сығарған!
Рәдиф яралы иптәшен яу яланынан сығарған!

Рәдиф Әхмәтов былтыр йәйҙән бирле Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Угледар ҡалаһы янындағы алыштарҙың береһендә Сибай егете яралы иптәшен яу яланынан сығарған.

Рәдиф Әхмәтовты хеҙмәттәштәре менән бергә төндә сираттағы заданиеға алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Тик юлда һалдаттарҙың "Урал" машинаһы бата, артабан егеттәр бөтә булған ҡоралды ҡулына тотоп, терәк пунктҡа тиклем өс саҡрым йәйәү бара. Таңға ҡарай нацистар ҡаршы килгән төркөмдө квадрокоптерҙан күреп ҡалып, ут аса. Бер туҡтауһыҙ артиллерия утына ҡарамаҫтан, Рәдиф Рәүеф улы һәм бүлексә командиры оло батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Улар блиндаждан 300 метр алыҫлыҡта ятҡан яралыларҙы яу яланынан сығара. Сибай егете ауыр контузия алыуға ҡарамаҫтан, яралы һалдатты снарядтан ҡалған соҡорға төшөрөп, тәүге ярҙам күрһәтә һәм уны иптәштәре менән бергә яҡындағы ауылға тиклем алып ҡайта.

- Беҙҙекеләрҙең артиллерия ярҙамы һуңланы, бәйләнеш насар ине. Контузия алғас, үҙем дә иҫемде юйғанмын. Ырымбур егетенең аяғына һәм ҡулына мина ярсыҡтары эләккән, үҙе ҡойоға батҡан, ҡап-ҡара ине. Снаряд соҡоронда ятҡанда үҙем белгән бөтә доғаларҙы уҡырға тотондом. Сөнки өҫтән квадрокоптерҙар оса, улар граната ташлай. Беҙҙең бәхеткә, ел уларҙы ситкә осорҙо. Һуңыраҡ беҙгә граната ташлаған коптерҙың көсө бөттө һәм ул кирегә осто. Шулай тере ҡалдыҡ һәм иптәштәрҙең ярҙамы менән тылға ҡайттып еттек, - тип һөйләй 21 февралдең таңында булған аяуһыҙ ваҡиғалар хаҡында Рәдиф Рәүеф улы.

Һалдат госпиталгә ебәрелгән. Был батырлығы өсөн уны Суворов миҙалына тәҡдим иткәндәр.

Имен-һау йөрөп ҡайт, батыр егет!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: