Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраля 2023, 17:30

2023 йыл, үткән йылға ла ҡарағанда ла, хәүефлерәк, ти

Сидик Афған математик формула ярҙамында киләсәктә буласаҡ  ваҡиғаларҙы алдан әйтә. Ул Төркиәләге һәм Сүриәләге ҡот осҡос ер тетрәү тураһында алдан белгән.

2023 йыл, үткән йылға ла ҡарағанда ла, хәүефлерәк, ти2023 йыл, үткән йылға ла ҡарағанда ла, хәүефлерәк, ти
2023 йыл, үткән йылға ла ҡарағанда ла, хәүефлерәк, ти

Сидик Афған 2015 йылда уҡ 2023 йылда донъяла ниндәй тәбиғәт катаклизмдары буласағын алдан әйткән. Шуға күрә Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында тәбиғи афәткә һис тә аптырамаған.

 – Минең иҫәпләүҙәрем буйынса, был яһалма ер тетрәү. Махсус рәүештә шулай эшләнелгән. Был буш һүҙҙәр түгел, быларҙың барыһын да хәҙер үк иҫәпләп сығара һәм иҫбатлай алам, – ти ул.

Сидик «Рәсәй 1» телеканалындағы «Малахов» программаһы эфирында донъяла кешелеккә ҡаршы эшләүсе «3» комитеты булыуы хаҡында ла хәбәр итте. Ул уның өҫтөнән юғары «30», «300» һәм «900» йәшерен комитеттары барлығын да белдерҙе. Математик иҫәпләүенсә, унда торған кешеләр донъяла барған ваҡиғаларҙы күҙәтеүҙә тота.

Ғалим иҫәпләүенсә, 2023 йылда донъяла тыныс булмаясаҡ. Быйылғы йыл, үткән йылға ҡарағанда, шулай уҡ 2024 йыл менән сағыштырғанда ла, хәүефлерәк, ти ул. 2025 йылда ғына һынылыш осоро башлана.

2023 йыл дауамында донъя державалары араһында атом менән янауҙар буласаҡ. Барыһы ла хәүеф кимәлендә буласаҡ,  шартлауҙарҙы күрмәйем, тигән ул. Математик шулай уҡ яйлап Америка валютаһының юҡҡа сығыуын да иҫкәртә.

Рәсәйҙә  иҡтисадта ғына түгел, кешеләрҙең аң кимәлендә лә үҫеш буласаҡ. Улар күп нәмәне аңлай һәм ҡиммәттәрҙе ҡайтанан баһалаясаҡ, ти ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас