Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2023, 16:30

Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында матур йола йәшәп килә.

Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!

Был хаҡта Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы Рафиҡова яҙып ебәргән: 

– Тағы ла бурылдаған буранға ҡарап торманыҡ, бөгөн Ауылпиада-2023 үткәреп ебәрҙек. Был ауылса олимпиада булғас, ярыштар ҙа ауылсараҡ булды инде: трактор тәгәрмәсен әйләндереп йүгереү, санаға ултыртып һөйрәш, утын бысыу, утын ярыу, уҡ атыу, арҡан тартышыу, гер күтәреү һ.б. Мәктәп балалары өсөн бик ҡыҙыҡлы эстафета үткәрелде.

Барлығы 100-ҙән ашыу кеше сыҡты, һәммәһе лә үҙенең күңеленә ятҡан ярышта ҡатнашып, матур бүләк алды. Бүләктәр ысынлап та бик шәп ине. Шулай булмай ни, ауылдаштар һаранланып торманы, иғәнә индерҙе. Һәр кемеһенә сауабын насип итһен!

Клуб фойеһында самауыр йырлап ултырҙы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өҫтәл тултырып тәмлекәстәр алып килгән ине, һәр ҡатнашыусы ҡайнар сәй эсеп, тәмле ризыҡтар менән һыйланды. Зифа, Альбина, Вәсилә, Алһыу апай һәм башҡа һылыуҙар, тәмле сәйегеҙ, яҡты йөҙөгөҙ өсөн рәхмәт!

Азамат Зәки улы, Салауат Арыҫлановтар, Хәмиҙә, Фаил Исрафил улы Ҡоланбаевтар, Азамат Ҡарабаев, Азаматовтар, һәм башҡа ойоштороу комитеты ағзалары башынан аҙағынаса ихлас ҡатнашты. Кемдең исемен яҙмағанмын, һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Мәктәп уҡыусылары матур йыр-бейеүҙәре менән сараны йәмләне. Рәхмәт уҡытыусыларына!

Әйтмә тиһә лә, яҙам: был проект авторы, фотографы улыбыҙ Фәрүәз Рафиҡов. Шөкөр, ауыл өсөн янып йөрөгән бала үҫтергәнебеҙгә шатмын. Һәммәгеҙгә лә Аллаһ тәғәлә һаулыҡ, муллыҡ, бәрәкәт бирһен! Йорт-ил тыныс булһын, яу туҡтаһын!

Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Йәнйегеттә Ауылпиада үткән!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас