Ҡатын-ҡыҙҙар йәшен йәшерәләр…
Әллә инде иҫәр мин генә?
Һәр йәшәлгән көнөм шатлыҡ миңә,
Ғорурланам һәр бер йәшемә.
Оялмайым үткән ғүмеремә,
Тура ҡарап ғорур әйтә (а)лам:
Үкенесһеҙ үтте был йылдарым,
Ғүмеремә үҙем һоҡланам!
Сал сәсемдән бер ҙә оялмайым,
Йыйырсыҡтар үҙе йәм генә,
Һәр миҙгелдең бит үҙ матурлығы-
Матурлыҡты күрә бел генә!
Көҙгө биҙәк сағыуыраҡ була,
Мин теләйем ҡышҡа етергә,
Эй, Хоҙайым, яҙһын, ғорурланып,
“Миңә-һикһән!”-тиеп әйтергә!
Фирүзә Абдуллина.
28.03.2014.
Юлай Кәримов фотоһы.