Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 22:18

Бөгөн таңда Тажикстанда ер тетрәгән

Тәбиғәт афәттәре ҡасан бөтөр?

Ер тетрәү 7,3 магнитудалы булған, бәхеткә күрә, ауыл-ҡалалар, кешеләр зыян күрмәгән. Тәбиғәт афәтенең үҙәге Дүшәмбе ҡалаһынан 400 саҡрым алыҫлыҡта, таулы урындарға тура килгән.

Дүшәмбенең үҙендә һәм Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Алма-Атала 2 магнитудалы ер тетрәү күҙәтелгән.

Әйткәндәй, Төркиәлә лә ер тетрәүе дауам итә. "Коммерсантъ" хәбәр итеүенсә, бөгөн Хатай провинцияһында 5 магнитудалы ер тетрәү теркәлгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: