Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 15:30

Һөнәри лабораторияла 4 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты

Республикабыҙҙың 31 район-ҡалаһында «Һин дә булдыра алаһың!» һөнәри лабораторияһының оҫталыҡ дәрестәре үтте. Унда VIII – IX кластарҙа уҡыған 4053 уҡыусыға ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе.

Һөнәри лабораторияла  4 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты
Һөнәри лабораторияла 4 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты

 Мәктәп уҡыусылары «Электромонтаж», «Лаборатор химик анализ», «Ҡоро төҙөлөш», «Мәғлүмәт кабель селтәрҙәре», «Кейем-һалым интернеты», «Ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереү», «Аҙыҡ-түлек эше» һәм башҡа компетенциялар менән таныша алды.

«Һин дә булдыра алаһың!» һөнәри лабораторияһы - ул һөнәри йүнәлеш биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, унда ҡатнашыусылар остаз етәкселегендә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған компетенциялар менән таныша һәм реаль һөнәри эшмәкәрлектәге эштәрҙе башҡара. Сара аҙағында уҡыусыларҙы «Профессионалитет» проекты һәм «Профессионалдар» чемпионат хәрәкәте менән таныштырҙылар. 59 һөнәри белем биреү ойошмаһы һәм юғары уҡыу йорттарының 3 урта һөнәри белем биреү ойошмаһы уҙғарыу майҙансығы булды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас