Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 17:19

Мәктәп туризмы программаһында 40 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашасаҡ

2023 йылда Башҡортостан мәктәп туризмы программаһына федераль үҙәктән 188,7 миллион һум аҡса аласаҡ. Тағы 75,5 миллион республика ҡаҙнаһынан бүленә. 

Мәктәп туризмы программаһында 40 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашасаҡ
Мәктәп туризмы программаһында 40 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашасаҡ

Финанслау күләме буйынса - был Рәсәйҙә икенсе урын. Программала 37,7 мең уҡыусы ҡатнаша. Былтыр республика балалар туристик программаһын тормошҡа ашырған 18 пилот төбәктең береһе булды. Уға федераль бюджеттан - 55,7 миллион, төбәк ҡаҙнаһынан 22 миллион һум бүленде. Республиканың барлыҡ райондарынан 11 мең уҡыусы сәйәхәткә юлланды. Юл йөрөү, туҡланыу, ҡунаҡханаға урынлашыу, экскурсиялар - барыһы ла бушлай. Программала ҡатнашыусыларҙы - урындағы мәғариф бүлектәре, туроператорҙар араһынан төбәктәге иң ышаныслы 10 предприятиены һайлап алдылар. Рәсәйҙә быйыл балалар туристик программаһына бөтәһе 1 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Бойороҡҡа Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. 5 —9 кластарҙа уҡыған 200 меңдән ашыу уҡыусы йәшәгән төбәге буйлап йәки күрше төбәктәргә экскурсияға барып, аң-белем кимәлен киңәйтә аласаҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: