Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 15:20
1

Иғтибар! IX – XI кластар өсөн онлайн-консультациялар башлана

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса эш дауам итә.

Иғтибар! IX – XI кластар өсөн онлайн-консультациялар башлана
Иғтибар! IX – XI кластар өсөн онлайн-консультациялар башлана

Башҡортостан Республикаһы Электрон белем биреү рәсми мәғариф порталының «Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек», «Төп дәүләт имтиханына әҙерлек» бүлектәрендә имтихан тапшырыуға әҙерләнеү өсөн материалдар һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә фәндәр буйынса предмет комиссиялары эксперттары менән онлайн-консультацияларға һылтанмалар урынлаштырылған.

28 февралдән имтихандарға әҙерләнеү буйынса бөтә фәндәрҙән онлайн-консультациялар уҙғарыу күҙаллана:

– БДИ  – һәр шишәмбе һәм кесаҙна көндөҙгө 3-тән 5-кә тиклем (28 февралдән 16 мартҡа тиклем);

– ТДИ – һәр шаршамбы һәм йома көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем (1 – 22 март).

Консультацияларҙы Башҡортостан Республикаһының республика предмет комиссиялары рәйестәре һәм эксперттары үткәрәсәк.

Теләге булғандарҙың барыһы ла (сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре) БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡ тыуҙырған һорауҙар яҙып, уларҙы онлайн консультация үткәреү барышында йәки электрон почта адресына ебәрә ала:

БДИ буйынса – gia11@rcoi02.ru

ТДИ буйынса – gia9@rcoi02.ru.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас