Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2023, 11:00

Иғтибар, берҙәм бәйләнеш үҙәге яңы номерға күсә!

8 (800) 100-00-01 (шылтыратыу бушлай) - был телефон һандары әлеге йылдың 23 февраленән эшләй башлаясаҡ.

Иғтибар, берҙәм бәйләнеш үҙәге яңы номерға күсә!Иғтибар, берҙәм бәйләнеш үҙәге яңы номерға күсә!
Иғтибар, берҙәм бәйләнеш үҙәге яңы номерға күсә!

22 февралгә тиклем Башҡортостан халҡы элекке 8 (800) 600-00-00 телефоны буйынса шылтырата ала.

❓ Берҙәм бәйләнеш үҙәгендә түләүҙәр һәм пособиелар, социаль хеҙмәттәр һәм социаль гарантиялар алыу тәртибе тураһында консультациялар алырға мөмкин.

Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең эше түбәндәгесә ойошторолған:

⿡ тәүге линияла шылтыратыуҙы виртуаль тауыш ярҙамсыһы ҡабул итә - дөйөм һорауҙарға яуап бирә
⿢ кәрәк булғанда виртуаль ярҙамсы клиентты икенсе линия операторы менән тоташтыра
⿣ әгәр яуап биреү өсөн мәғлүмәттәр базаһында булған шәхси мәғлүмәт талап ителә икән, шылтыратыу операторға, йәғни профилле ведомство хеҙмәткәренә йүнәлтелә.

Бот эш көндәрендә - тәүлек әйләнәһенә, ял көндәрендә сәғәт 7:00-нән 17:00 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә, ә операторҙар учреждениеларҙың эш ваҡыты режимында эшләй.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас