– Ил Президенты Владимир Путиндың сығышы мәлендә ҡасан залдағы кешеләрҙең аяғүрә баҫып, ҡул сапҡандарына иғтибар иттем. Рәсәйҙә ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә, ҡәтғи талаптар, ҡәтғи шарттар ҡуйырға кәрәк, тигәс, булды ул. Шуны әйткәндә зал алҡышлап ҡаршы алды. Тимәк, халыҡ ошоно көтә.
Беҙгә киләсәктә еңеп сығыу, ҡуйған маҡсаттарҙы үтәү өсөн, нығыраҡ булырға, көнбайыш алдынан да ҡурҡып тормаҫҡа, үҙебеҙҙең олигархтарҙы ла ауыҙлыҡларға кәрәк. Ул өгөтләп тә маташты бит инде: аҡсаларын бында һалырға, үҙебеҙҙең Рәсәйҙә аҡса эшләргә кәрәк, предприятиелар, етештереүҙе үҫтерергә. Әммә был өгөтләү генә етмәй, сөнки олигархтар – байҙарҙың асылы еңел аҡса эшләп, тиҙерәк табыш алыу. Ул аҡсаны хәҙер көнбайышҡа күсереп булмай, икенсе дәүләттәргә күсерәсәктәр. Тимәк, бында дәүләт үҙен ҡатыраҡ тоторға тейеш. Уларға әйтеү генә етмәй. Бүрегә: «Һин бесән аша, һарыҡты ашама», – тигән һымаҡ ҡына була. Халыҡ бына нимә көтә, – тине Илдар Ғәбитов.
Фото: Т. АМАНОВ.