Яугир 7 айға яҡын Украинала була. Хәҙерге ваҡытта ул реабилитация үтә. Уның ҡайтыуына Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өйөн ағартып, түбә, иҙәндәрҙе, тәҙрә ҡормаларын йыуып, үтекләп, ҡороп әҙерләп ҡуйҙы. Ярты йылдан ашыу хужаһыҙ бикле торған йортҡа нур, ҡот ингәндәй булды.
Ярҙамсыл, һәр башланғысты күтәреп, еренә еткереп үтәүсе Мәғәзирә Иҫәндәүләтова, Тәнзилә Абдуллина һәм уларға ҡушылып дәррәү эшкә тотонған Гөлназ Яманғолова, Рәшиҙә Валиева,Зарифа Моталлапова, Динә Исламғолова, Рәсимә Нәҙерғоловаларға афариндан башҡа ни әйтәһең инде!
Фото: Т. АМАНОВ.