Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 18:00

Йәмғиәтте өйрәнеү, ғәҙәттәгесә, рекорд яулай

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анзор Музаев 2023 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы кампанияһына старт бирҙе.

Йәмғиәтте өйрәнеү, ғәҙәттәгесә, рекорд яулай
Йәмғиәтте өйрәнеү, ғәҙәттәгесә, рекорд яулай

Мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла үҙҙәре һайлаған имтихандарҙы һайлап өлгөргән дә инде: йәмғиәтте өйрәнеү фәне, ғәҙәттәгесә, рекорд яулай. 2023 йылда уны БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн тапшыра. Ә улар, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең иҫәпләүҙәре буйынса, 700 меңдән ашыу кеше, күпселек, әлбиттә, - быйылғы сығарылыш уҡыусылары.

Информатика популярлыҡ буйынса икенсе урынға сыҡты: уны сығарылыш уҡыусыларының 20 проценты һайлаған (былтыр 17 процент ине).

–  Ҡасандыр популяр булмаған информатик фәне алдынғылыҡҡа сыға, – тип билдәләне Музаев. –Йәмғиәтте өйрәнеүҙе уҙып китергә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Өсөнсө һәм дүртенсе урында - биология һәм тарих. Былтырғы күрһәткестәрҙән процентын юғалтып, бишенсе урында - физика.

Анзор Музаев һүҙҙәренсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын Рәсәйҙең 88 төбәгендә, шул иҫәптән Херсон өлкәһенән тыш, бөтә яңы биләмәләрҙә тапшыралар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: