

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, көн һайын тиерлек район ауылдарынан яу ҡырындағыларға төрлө ярҙам ебәрелә. Хәйбуллалар уны тәғәйен ергә алып барып еткерергә йә бер нисек ебәреү яйын табырға тырыша. Бөгөн ил һағында йөрөгән Тимур Дәүләткилде улы Рәмовтан сәләм хәбәре килеп төшкән.
«Алтын утта, кеше ауырлыҡта һынала, тигәндәй, Хәйбулла районы халҡы һынатманы. Беҙ райондаштарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуандыҡ. Йылҡы итенән яһалған тушенкаларҙан аштар бешереп ашап, ҡырҡылған туҡмастарынан ауыҙ иткәс, өйгә ҡайтҡандай булдыҡ. Райондаштарым, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙгә көс-ҡеүәт бирҙегеҙ! Беҙ имен-һау әйләнеп ҡайтырбыҙ!» - тип яҙып ебәргән яҡташыбыҙ.