Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 13:05

Петровка фельдшеры ауыр тормош хәлендәге кешеләргә ярҙам итә

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин фельдшерҙарҙы байрамы менән ҡотланы.

Петровка фельдшеры ауыр тормош хәлендәге кешеләргә ярҙам итә
Петровка фельдшеры ауыр тормош хәлендәге кешеләргә ярҙам итә

— Бөгөн, 21 февраль, Рәсәйҙә Фельдшер көнө. Икенселәй уны иң алыштырғыһыҙ белгес көнө тип йөрөтәләр. Тарихтан шулай ҡалған, фельдшер — баҫыуҙа эшләгән кеше, ә бөгөн ашығыс ярҙам машиналарында һәм ФАП-та, тимер юл вокзалдарында һәм аэропорттарҙа эшләүсе. Тап ошо кешеләр теләһә ниндәй шарттарҙа ла эшләй һәм терапия, акушерлыҡ, хирургия кеүек киң белемгә эйә.

Таныш булығыҙ, Елена Михайловна Ляпкина — Йылайыр районының Петровка ауылы ФАП-ы фельдшеры. Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң, 1985 йылда Йылайыр үҙәк район дауаханаһының Петровка фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып ҡабул ителә. Бында ул әле лә эшләй, ә эш стажы инде 38 йыл! 

Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Елена Михайловна халыҡ, пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре араһында абруй һәм ихтирам менән файҙалана. Оло йөрәкле кеше ауыр тормош хәлендә ҡалған халыҡҡа ярҙам итә. Әйтәйек, яңғыҙ инвалид ҡатын тураһында хәстәрлек күрә, бер нисә йыл инде уны үҙ торлағында йәшәтә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөн 3774 фельдшер эшләй. Бөгөн профессионалдарыбыҙҙы ҡотлайым. Һеҙгә сәләмәтлек, түҙемлек һәм ғаилә именлеге! — тип яҙҙы Забелин.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: