Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 08:14

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө

«Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә ул – туған тел. Туған тел – ул тойғо теле, моң теле. Беҙ туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, беҙ шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ», – тип яҙған ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева. Эйе, ысынлап та, туған телебеҙ беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле, яҡын. Ул ғүмер буйы тормош юлыбыҙҙа оҙатып бара. Туған телебеҙ беҙгә донъяны танып-белергә, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ла  йүнәлеш бирә.

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө

Был байрам ЮНЕСКО тарафынан юҡҡа ғына булдырылмаған. Ул телдәрҙе һаҡлау, яҡлау маҡсатында барлыҡҡа килеп, 2000 йылдан алып билдәләнә башлай.

Туған тел  яҙмышы – үҙебеҙҙең ҡулда. Бәләкәйҙән балаларыбыҙға туған телде өйрәтеп, уларҙы үҙебеҙҙең милли рухта тәрбиәләһәк, туған телебеҙ ҙә сәскә атыр, мәңге йәшәр. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, киләсәк быуынға еткерер өсөн тырышайыҡ, дуҫтар!

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: