Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 13:45

Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй

Республикабыҙҙа бик күп саралар планлаштырылған.

Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй
Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй

Шуларҙың береһе, йәғни әҙәби осрашыу бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә  "Торатау" конгресс-холында үтәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина һөйләне.

Туған тел көнөндә тағы ниндәй саралар планлаштырылған?

«Әҙәби гөлләмә» фестивале - ул 2023 йылдың 14 декабренә тиклем дауам итә

2023 йылдың 1 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023” конкурсының финалы үтә

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө «Күңелемдең моңло ҡылдары» программаһының премьераһын күрһәтәсәк - 2023 йылдың 21 февралендә 14 сәғәттә.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы" пьесаһына саҡыра - 2023 йылдың 21 февралендә 19 сәғәттә

Тулыраҡ мәғлүмәт – видеояҙмала.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: