– Предприятиеларға эш сәфәре менән йөрөгәндә һәр ваҡыт хеҙмәт шарттарына иғтибар бирәм. Был яҡшы эш хаҡы ғына түгел, социаль пакет, уңайлы эш урыны, заманса ҡоролмалар һәм башҡалар. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының «Аркада» һәм ZASPORT тегеү фабрикалары – был йәһәттән беҙҙең лидерҙар. Улар бөгөн яңы эшселәр эҙләй.
«Аркада» махсус кейем тегеү менән шөғөлләнә. Бында 400 тирәһе кеше эшләй, бирсәткәләр цехына тағы ла 470 эшсе кәрәк. ZASPORT компанияһы көндәлек һәм спорт кейемдәре тегә. Рәсәйҙең олимпия йыйылмаһына рәсми кейемдәр тегеүсе ойошма Башҡортостанда яңы фабрика аса. Тегенселәр, конструкторҙар, дизайнерҙар, технологтар, бухгалтерҙар, баш механик, водитель, электрик, администратор талап ителә.
Әгәр кемдеңдер эшләргә теләге бар, әммә уның һөнәре юҡ икән, уҡытыу ҡаралған. Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең телефон һандары: Стәрлетамаҡ, К. Маркса ур., 101-се йорт, тел. +7(3473) 42-04-00, 42-07-67, Ишембайҙағы филиалы: Йәшел ур., 57-се а йорт, тел. (34794) 2-99-08, 2-99-09, Салауаттағы филиалы: Октябрь ур., 10-сы а йорт, тел. (34763) 7-61-14, – тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.