Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 10:10

Радий Хәбиров хеҙмәттәштәрен Халыҡ-ара туған тел көнөндә ҡатнашырға саҡырҙы

Иртәгә Башҡортостанда мөһим байрам билдәләнә.

21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә республикала ошо айҡанлы бик күп сара үтеүе хаҡында һөйләне һәм коллегаларын ҡатнашырға саҡырҙы.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан 1999 йылдың 17 ноябрендә иғлан ителә һәм 2000 йылдан билдәләнә.
 
Республика мәктәптәрендә линейкалар, клас сәғәттәре үтәсәк, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре туған тел темаһына арналасаҡ. Шулай уҡ «Торатау» конгресс-холында «Величие родного языка в литературе» әҙәби кисәһе үтәсәк.
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: