Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 20:08

БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты базаһында башҡорт телендә квиз үтте.

БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН
БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА КВИЗ-УЙЫН

 Сара 21 февралдә билдәләнеүсе Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата ойошторолдо.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" сығыш яһаны.

Уйында ҡатнашыусыларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы сәләмләне. Улар уйынсыларҙы яҡынлашып килгән Туған телдәр көнө менән ҡотланы, уңыштар һәм еңеү теләне.

Квиз-уйын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был уйын проект сиктәрендә икенсе сара булып торҙо: беренсе уйын Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған ине. Бөгөнгө уйын Салауат Юлаев, генерал Шайморатов, Алдар Иҫәкәев, Каранай Моратов, Шәғәли Шаҡман кеүек башҡорт батырҙарының тормошо һәм эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарҙан торҙо. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм Урал батыр эпосы темаларына тағы дүрт уйын үткәреү планлаштырыла. Бер уйында һәр береһендә 10-шар кешенән торған 15-кә яҡын команда ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу - бушлай.

«Уйын алымы төрлө телде, фәнде һәм ғөмүмән, бөтә нәмәне өйрәнеүҙә лә уңышлы. Беҙ ҡатнашыусылар үҙ халҡы, тарихы һәм теле тураһында яңы белем менән уйындан сығыр тигән ышаныста квиздар үткәрәбеҙ. Уйын башҡорт телендә алып барыла, был студенттар һәм йәштәр араһынд башҡорт телен үҫтереүгә ярҙам итә», - тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
Раундтар араһындағы тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың Гөлнара һәм Азамат Ғариповтарҙың балалары ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырылды.
Квизда киләһе командалар еңеүсе булды: «Әлләсе» командаһы - 1-се урын, «Ҡауырһын» командаһы 2-се урын, «Йүрүрҙән» командаһы - 3-сө урын. Һәр команда еңеүсе кубогын алды, ә һәр ҡатнашыусы - махсус рәүештә ошо уйын өсөн әҙерләнгән йәбештергес башҡорт стикерҙары.

Февраль һәм март айҙарында ойоштороусылар тағы ла 4 квиз ойошторасаҡ, яңылыҡтарҙы БашФонд төркөмөндә ҡарап барырға мөмкин https://vk.com/bash_fond .

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: