Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 2022 йыл аҙағына Башҡортостанда бер йәшкә тиклемге 153 бала вафат булған, 2021 йылға ҡарағанда 67-гә кәмерәк. Сабыйҙарҙың үлеме күрһәткесе 25 процентҡа кәмегән, мең балаға 4,2 осраҡ тура килә.
Тын алыу органдарына бәйле үлемесле осраҡтар һаны 88 процентҡа кәмегән, йоғошло ауырыуҙарҙан — 47,7 процентҡа, шулай уҡ яман шештән — 33 процентҡа кәмегән. 2022 йылда тыумыштан килгән физик кәмселек арҡаһында үлгән сабыйҙар һаны 22,8 процентҡа кәмегән.
Медицина учреждениеларының матди базаһын нығытыу һәм ауырыуҙарҙы диагностикалауҙы киңәйтеү быға булышлыҡ иткән, тип билдәләне Рәхмәтуллин. Тағы ла бер фактор — кадрҙар сәйәсәте. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы билдәләүенсә, 2019 йылдан 2022 йылға тиклем ауыл-ҡалаларға "Ауыл табибы" программаһы буйынса 159 педиатр килгән. Ә медицина ойошмаларында уларҙың дөйөм штаты 97,8 процентҡа еткән.
Башҡортостан башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәтен белдерҙе.
— Бер нисә йыл элек төбәктә сабыйҙар үлеме ярайһы уҡ юғары булған — 1000 балаға 6,2 осраҡ. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм беҙҙең табиптар ыңғай динамика тәьмин итә алды, — тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә көстәрҙе кәметмәү, шул иҫәптән дауаханаларҙың һәм клиникаларҙың матди базаһын нығытыуҙы дауам итеү мөһим.